Бурелар - Лирика

Песня "Бурелар - Лирика" с аккордами для гитары.

Добавить в сборник
на аккордах: G D Em C

Куплет 1
Йүгереп юлдарымда,
Ашҡынып уйҙарымда
Мин барам һинең яндарыңа,
Юғалам һинең хыялдарыңда.

Белмәһәң минең яҙмышты,
Күрмәһәң үткер ҡарашты
Эҙләмә яуап ят һүҙҙәрҙә,
Табырһың уны минең күҙҙәрҙә

Припев
Юғалтам, эҙләйем, тапмайым,
Хаталарымды ҡабатлайым,
Ҡурҡыу һыуҙарында батмайым,
Ләкин бер ни ҙә аңламайым.
Моңһоу йырҙарымды йырлайым,
Тубыҡланып ултырып илайым,
Һуңғы хистярҙе ҡурсалайым
Тик һин быларҙы аңламайһың...

Куплет 2
Түҙә алһаң донъя бушлығын,
Көтә алһаң көндәр сафлығын
Булырмын һинең яндарыңда,
Ҡалырмын һинең хыялдарыңда
Расскажи всем! не жалей аккордов :)

Похожие песни под гитару: